Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса авиәһәләкәткә тарыған АН- 148 бортында ике яҡташыбыҙ була

Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре  буйынса авиәһәләкәткә тарыған АН- 148 бортында ике яҡташыбыҙ була 12.02.2018

Улар 25 йәшлек Кристина Алексеенко һәм 43 йәшлек Юрий Ямаев. Киң мәғлүмәт саралары улар Орскҡа командировкаға юлланған, тип хәбәр итә. Кристина Алексеенко Межгорьела тыуған, шунда уҡ урта мәктәп тамамлаған. Һуңынан Әстрханға күсә. Өфөлө Юрий Ямаев бер-нисә йыл элек Мәскәүгә эшкә урынлашҡан була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, авиаһәләкәт кисә теркәлде. Һарытау һауа юлдары самолеты Мәскәүҙен Домодедово аэропортынан рейс үтәгән. Һауаға күтәрелеп 4 минут үткәндән һуң, һауа судноһы радарҙарҙан юғала. 71 кеше, шул иҫәптән 6 экипаж ағзаһы һәләк була. Фажиғә буйынса енәйәт эше асылған, тәфтиш комитеты тикшереүҙәр алып бара. Башҡортостандың ғәҙҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәләк булыусыларҙың туғандарына матди ярҙам күрһәтеү буйынса махсус иҫәп асты. Уны ведомствоның рәсми сайтында табырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика