Рәсәйҙең спорт йәмәғәтселеге, «Салауат Юлаев» хоккей клубы көйәрмәндәре оло юғалтыу кисерҙе

Рәсәйҙең спорт йәмәғәтселеге, «Салауат Юлаев» хоккей клубы көйәрмәндәре оло юғалтыу кисерҙе 22.04.2015

68-се йәшендә башҡорт хоккейы ветераны, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей  Михалев фажиғәле рәүештә яҡты донъянан китте.

Бөйөк спортсы һәм тренер менән хушлашыу әлеге минуттарҙа «Өфө-Арена» боҙ-һарайында уҙа. Матәм сараһына тренерҙың яҡындары һәм туғандары, коллегалары,  дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, хоккейсылар, көйәрмәндәр, бер һүҙ менән әйткәндә, Сергей Михалевты белгән һәм хөрмәт иткән халыҡ йыйылған. Тренер менән бәхилләшергә шулай уҡ Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев та килгән.  
Сергей Михалевтың исеме хоккей һөйөүсе Башҡортостан халҡына яҡшы таныш. Ул 70-се йылдарҙан юлаевсысылар составында уйнай. Карьераһы тамамланғас, тренер булып эшләй. Уның етәкселегендә «Салауат Юлаев» клубы 2008 йылда Рәсәй чемпионы исемен яулай.  
Өфөләге йыназанан һуң Сергей Михалевты Тольяттиға алып китәсәктәр. Иртәгә «Лада-Арена» боҙ һарайында мәрхүм менән  хушлашыу үтә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку