Рәсәйҙә бөгөн матәм көнө

Рәсәйҙә бөгөн матәм көнө 26.12.2016

Ҡара диңгеҙҙә ҡолаған самолет ҡалдыҡтарын йыйыу дауам итә. Эксперттар белдереүенсә, көндәр яҡшы торған осраҡта ла бының өсөн кәмендә 1 аҙна талап ителә. Фажиғә сәбәптәрен тикшереү буйынса Транспорт министры Максим Соколов рәйеслегендә дәүләт комиссияһы ойошторолдо.

Адлерҙан Сүриәгә осош яһаған ТУ-154 Ҡара диңгеҙгә ҡоланы. Борттағы 8 экипаж ағзаһы һәм 84 пассажир- барыһы ла һәләк булды. Уларҙың араһынан 68-е Рәсәй армияһының Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле артистары. Шулай уҡ НТВ, беренсе канал һәм «Звезда» телеканалынан 9 хеҙмәткәре, бер тиҫтәләп хәрбиҙең ғүмере өҙөлдө. Рәсәй президенты, башҡа рәсми вәкилдәр һәләк булғандарҙың яҡындары һәм туғандарының ҡайғыларын уртаҡлашты. Дәүләт башлығы Владимир Путиндың ҡарары менән бөгөн илдә матәм көнө иғлан ителде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку