Прокуратура финанс пирамидаһы ойоштороусыларға ҡарата асылған енәйәт эшен судҡа тапшырҙы

Прокуратура финанс пирамидаһы ойоштороусыларға ҡарата асылған енәйәт эшен судҡа тапшырҙы 16.01.2018

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, Өфө һәм Күмертау ҡалаһынан 29-ҙан 40 йәшкә тиклемге өс ир «РостКапитал» кредит ҡулланыу кооперативы ойошторған. Клиенттарҙы йәлеп итеү өсөн республиканың ете ҡалаһындағы үҙәк урамдарҙа офистар асып, киң реклама биргәндәр.

Килешеүҙәргә ярашлы, һалынған аҡсалар буйынса килем йылына 36 проценҡа тиклем еткән. Клиенттарға улар юғары ставканы финанстар килемле бизнесҡа ивестицияланыуы менән аңлатҡан. Ысынында иһә, ойошма бер ниндәй эш менән дә шөғөлләнмәгән. 2013 йылдан алып 2016 йылға тиклем мутлашыусылар 204 граждандың 32 миллион һумдан ашыу аҡсаһын үҙләштергән. Енәйәт эше баш ҡаланың Октябрь районы судына тапшырылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку