Полиция хеҙмәткәре туҡмалған. Күңелһеҙ ваҡиға Салауат ҡалаһында теркәлгән

Полиция хеҙмәткәре туҡмалған. Күңелһеҙ ваҡиға Салауат ҡалаһында теркәлгән 26.05.2016

Йылға буйында тәртип һаҡсыһының ял итеүселәр менән тартҡылашыуы видеоға төшөрөлгән. Унан күренеүенсә, полиция формаһындағы уҙаманға бер нисә ир һәм ҡатын кеше һөжүм итә.

Янъялға юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәпсе булыуы асыҡланған. Участка инспекторы шәхси автомобилендә пляжда ял итеүсе ханымдың машинаһын сыйҙырған. Ҡатындың ҡырын һалып алған иптәштәре шунда уҡ тәртип һаҡсыһына ташланған. Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының рәсми аңлатмаһында билдәләнеүенсә, хеҙмәткәр айыҡ булған. Йылға ярындаға тартҡылашыу һөҙөмтәһендә уның баш һөйәге йәрәхәтләнгән. Әле полиция хеҙмәткәренә һөжүм итеү осрағы буйынса тикшереү бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика