Полиция хеҙмәткәрҙәренә автомобиль урлаусыны тотоу өсөн ҡорал ҡулланырға тура килгән

Полиция хеҙмәткәрҙәренә автомобиль урлаусыны тотоу  өсөн ҡорал ҡулланырға тура килгән 11.05.2017

Ҡулға алған ваҡытта енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе ҡасырға маташа. Туймазы районының полиция бүлегенә транспорт сараһының урланыуы тураһында хәбәр килә. Урындағы такси хеҙмәте водителе дежур бүлеккә шылтыратып,  ике ирҙең 12-се модель ВАЗ автомобилен ҡыуып алып китеүҙәре хаҡында әйтә. Хоҡуҡ һағында тороусылар транспортты М-5 трассаһында таба. Әммә водитель тормоз урынына газға баҫа.  

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Водителде иҫкәртеп һауаға һәм тәгәрмәскә бер нисә тапҡыр атҡандан һуң автомобиль туҡтатыла. Ә уның водителе һәм пассажиры ҡулға алына».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку