Полиция хеҙмәткәрҙәре Салауат ҡалаһында яңы тыуған сабыйын ташлап киткән ҡатынды эҙләй 30.09.2014

Кисә төштән һуң дежур бүлеккә йорттарҙың береһе янындағы сүп-сар багы эргәһендә бала табылыуы тураһында хәбәр килә.

Ваҡиға урынына шунда уҡ полиция экипажы һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор килә. Асыҡланыуынса, илаған сабый тауышын иң беренсе урындағы ирҙәрҙең береһе ишетә. Тикшереү һөҙөмтәләре малайҙың хәле яҡшы булыуын күрһәтә, шулай ҙа уны дауаханаға һалырға ҡарар ителгән.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат һәм йәмәғәт бәйләнеше бүлеге етәксеһе: «Полиция хеҙмәткәрҙәре әле сабыйҙың әсәһен эҙләй. Улар эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙән һорау ала. Ҡатындың шәхесе тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙең Салауат ҡалаһы буйынса полиция бүлегенә шылтыратыуҙары һорала. Телефон һандары: 8 (3476) 35-25-58». 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика