Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Кольцевая урамында ҡалдырып кителгән сабыйҙың әсәһен эҙләй

Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Кольцевая урамында ҡалдырып кителгән сабыйҙың әсәһен эҙләй 22.08.2017

Яҡынса 7-8 көнлөк ир баланы  төнгө ун икеләр тирәһендә эргәләге йортта йәшәүселәр таба.  Сабый әле башҡаланың 17-се ҡала дауаханаһына урынлаштырылған.  

Сабый әле тәжрибәле табиптар ҡулында, тамағы туҡ, аҫты ҡоро. Әммә  бала  күпмелер ваҡыт аша яр һалып илап ала. Әлбиттә, күҙ йәштәренең әсәһен юҡһыныу тойғоһо ла,  ауыртыу  билдәһе лә булыуы мөмкин. Әлегә табиптар малайҙың  сәләмәтлек  торошо хаҡында  аныҡ ҡына әйтә алмай, анализдар алынған, тикшереү бара.
Ирина Тихонова, Өфөнөң 17-се дауаханаһының бүлек мөдире: «Әле сабыйҙың торошон  уртаса ауырлыҡта тип әйтергә мөмкин. Анализдар әҙер булмайынса  диагноз ҡуйып булмай. Беҙ әле вич, гепатит, сифилис кеүек ауыруҙарға анализ эшләнек,  баш мейеһен,  эске органдарын да тикшерәбеҙ».
Яҡынса 7-8 көнлөк ир бала Өфөнөң Кольцевая урамында бөгөн төнгө ун икеләр тирәһендә табыла. Сабыйҙы ихата эсендә ташлап китәләр.
Йоҡа ғына йүргәккә төрөлгән сабый  ихата эсендәге ошо өҫтәл өҫтөндә ҡалдырып кителгән була. Күрәһең кәкүк әсә был аҙымын алдан уйлай, эргәлә генә 3-сө бала табыу йорто урынлашҡан.  Әммә  яр һалып илаған сабыйҙың тауышына медицина хеҙмәткәрҙәре түгел, күрше йортта йәшәүселәр ҡолаҡ һала.
Ихатала яҡтыртыу ҡоролмалары юҡ, төндә дөм ҡараңғы була. Шуға күрә бында йәштәр йәш ҡына эскелек ҡора, ыҙғыш, низағтар ҙа сығып тора. Бала табыу йортонан  сабый тауыштары ла  ишетелеп  ала. Шуға күрә  йортта йәшәүселәр тауышҡа өйрәнеп бөткән,  улар тәүҙә төнгө тынлыҡты ярған бала илауына ла артыҡ иғтибар итмәй.  Фатир хужалары  әйтеүенсә,  сабый  30 минут тирәһе илай.  Шул ваҡыт 3-сө ҡатта йәшәгән          йөрәге түҙмәй, ул сығып ҡарарға була.
Марина Коурова: «Мин  йоҡо бүлмәһенә  улдарым йоҡлаймы юҡмы икәнен ҡарарға ингән инем, сабый илаған тауыш сыға, тәҙрә ихатаға ҡарай.  Иремә әйтһәм ышанмай, бесәйҙер ти. Мин бит өс бала әсәһе, бала илағанын ғына айырам. Шунан халат эләктереп   сыҡһам өҫтәлдә сабый үкһеп ята. Ҡулға алғайным тымды, өйгә алып индем дә тиҙ ярҙам хеҙмәтен саҡырттым».
Әле полиция хеҙмәткәрҙәре сабыйын  ташлап киткән әсәне эҙләү менән мәшғүл. Оператик-тикшереү эштәре үткәрелә.
Зилә Хәкимова, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: «Әле сабыйҙың әсәһен эҙләйбеҙ, шул тирәлә йәшәүсе кешеләрҙән һорау алабыҙ, медицина учреждениелары менән эшләйбеҙ».
Әлегә инде ташландыҡ сабый дауаханала тәүге яҙмыш һынауын күҙ йәштәре менән йыуырға мәжбүр, ә уның  баш осонда билдәһеҙ тигән яҙыу ғына тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку