Полиция хеҙмәткәрҙәре 100 мең литр суррогат алкоголде законһыҙ әйләнештән алды

Полиция хеҙмәткәрҙәре 100 мең литр суррогат алкоголде законһыҙ әйләнештән алды 18.01.2018

Ялған араҡы етештереүҙә завод директоры ғәйепләнә. Ҡырмыҫҡалы районында рөхсәтһеҙ ойошторолған етештереү линияһында етәксе составында спирт булған эсемлек ҡойоуҙы яйға һалған. Тентеү барышында 100 мең литр контрафакт сеймал табылған. Уның хаҡы кәм тигәндә 5 миллион һум менән баһалана. Хоҡуҡ  һаҡлау органдары осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Завод директоры Рәсәй  енәйәт кодексының 171-се статьяһы буйынса ғәйепләнә.

Марина Волк, Рәсәй эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле: «Полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ рәүештә эшләүсе этил спирты етештереү заводына юлыҡты. Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге  менән ведомствоның баш тәфтиш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Ҡырмыҫҡалы районы Урал ауылында оператив-тикшереү саралары уҙғарҙы. Предприятиеларҙың береһенда тикшереү барышында улар  рөхсәтһеҙ этил спирты етештереү осрағын асыҡланы. Ваҡиға урынынан спирт, бухгалтерия документтары, система блоктары һәм видеотеркәү ҡоролмалары тартып алынған».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку