Полиция банкомат талаусыларҙы тотто

Полиция банкомат талаусыларҙы тотто 26.09.2014

Улар Дыуан районы магазиндарының береһенә һөжүм иткәндән һуң ҡулға алына. Ҡораллы өс кеше ҡарауылсыны бәйләп банкомат ишеген бысып аса. Әммә урланған аҡсалар менән улар алыҫ китә алмай.

Виталий Анатольевич магазин ҡарауылсыһы булып бер йыл самаһы эшләй. Эш тыныс, ауылда тауыш-тын юҡ. Көндәрҙән бер көндө ишек алдында ишетелгән тауышҡа ул тәүҙә иғтибар итмәй. Бер нисә секундтан магазин залына ҡораллы өсәү килеп инә.
Бандиттарҙы кассалағы аҡса йә ризыҡтар түгел, тик банкомат ҡына ҡыҙыҡһындыра. Сварка алып килеп улар банкомат ишеген бысып асҡас та ундағы аҡсалы өс кассетаны алып ҡаса башлай.
Артем Данилко, эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: «Оператив мәғлүмәтте тикшереү барышында Балговещен ҡалаһының өс кешеһе ҡулға алынды. Улар магазин ишеген емереп, банкоматтан бер миллион һум аҡса алып сыҡҡан».
Енәйәтселәрҙең машинаһынан битлектәр, пистолет, сварка аппараты һәм урланған аҡсалар табыла. Бурҙар үҙ ғәйебен тиҙ таный. Аҡсаны кире ҡайтарыу ғына түгел, банкка килгән зыянды ҡапларға ла әҙерлектәре хаҡында белдерә улар. Әммә уларҙың был хәйләһе енәйәт квалификацияһын йомшартыр тигән ышаныс юҡ.  Ғәйепләнеүселәр судҡа тиклем изоляторҙа тотоласаҡ. Сварка ҡулланып банкомат талау осраҡтары был ғына түгел. Ҡулға алыныусы әлеге өсәүҙең уларҙа ла ҡатнашлығы бармы-юҡмы икәнлеген тикшерелә.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика