Погонлы әүермән

Погонлы әүермән 14.04.2015

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре милиция кейемендәге 42 йәшлек ирҙе енәйәт өҫтөндә тотто. Тәртип һаҡсыһы ҡиәфәтендә ул спорт тауарҙары магазинынан  кейем-һалым алып сыҡҡан. Рәсәй Эске эштәр бүлегенең Өфө ҡалаһы буйынса 6-сы полиция бүлеге уғрыны сауҙа үҙәге ишеген атлап сығыу менән һаҡ аҫтына алды.  

Милиция формаһында 42 йәшлек ир үҙенең яңы образы хаҡында һөйләй. Енәйәтсе яңы күлдәк менән салбарҙы күптән түгел табып алған. Был кейемдәрҙә ул уғрылыҡ менән шөғөлләнгән. Милиция гимнастеркаһын шик тыуҙырмаҫ өсөн кейгән.  Видеояҙмала егеттең ҡатын-ҡыҙ менән спорт тауарҙары магазинының кейем кейеп ҡарау бүлмәһенә ингәне асыҡ күренә. Уның ҡулында биш дана кейем, әхирәте алтынсыһын килтерә. 2500 һумлыҡ футболканы ир форма аҫтынан кейеп ала һәм магазиндан сыға. Өфө полицейскийҙары уны ошо мәлдә тота.
Магазин һатыусылары был кешене  һатыу нөктәһендә бер-нисә тапҡыр  күргән. Һәр ваҡыт бөхтә кейенеп йөрөгән һәм үҙен килешле тота белгән кеше, бер кем дә лә шик тыуҙырмаған.
Василий Кащеев, спорт тауарҙары магазины директоры: «Был гражданин беҙгә бер-нисә тапҡыр инеп кейем-һалым кейеп ҡараған, әммә бер ҡасан да һатып алмаған. Уғрыны тоторға ярҙам иткән полиция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика