Павловка һыуһаҡлағысында катер яр буйы ҡоролмаларына бәрелеп бер кеше һәләк булған

Павловка һыуһаҡлағысында катер яр буйы ҡоролмаларына бәрелеп бер кеше һәләк булған 21.08.2017

Авария йәкшәмбе төнгө өсөнсө 20 минутта теркәлә. Биш кеше ултырған «Амур-2 Т» катеры юғары тиҙлектә яр буйындағы  причалдың иҫке металл ҡоролмаларына килеп бәрелә.  Һөҙөмтәлә 29 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән, 25 йәшлек ир Өфөнөң 21- се ҡала клиник   дауаханаһына оҙатылған.

Фажиғә урынына  Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының   төбәк идаралығы ҡотҡарыу  хеҙмәте йәлеп ителгән. Әле осраҡ сәбәптәре асыҡлана, тәүге мәғлүмәттәр буйынса, катер водителе һыу объекттарында судно менән идара итеү ҡағиҙәләрен боҙған.  
Валерий Сафронов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  Башҡортостан буйынса баш  идаралығы бүлеге етәксеһе: «Катер менән идара итеүсе төндә һыу өҫтөнә метр ярым тирәһе ҡалҡып торған иҫке причалды абайламаған. Һыу буйында  күреү мөмкинлеге бер саҡрым менән сикләнһә, ҙур булмаған  судноларҙа йөрөү тыйыла.  Катерҙағылар ҡағиҙәләрҙе боҙған, улай ғына ла  түгел, алкоголле эсемлек ҡулланған булыуҙары ихтимал».
Әйтергә кәрәк, Павловка һыуһаҡлағысында бындай осраҡ  быйыл йәй генә икенсеһе. Тәүгеһе 29 июлдә теркәлгән. Квадроцикл моторлы кәмәгә бәрелеп  уның пассажирҙары  тән йәрәхәттәре алған. Квадроцикл водителе осраҡ урынынан ҡасҡан, әле уның шәхесен асыҡлау буйынса эш алып барыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку