Оҫта тигәнем, бур булған

Оҫта тигәнем, бур булған 15.01.2016

Өфөлә йәшәүсе Артур Фәтхетдинов интернеттағы мебель эшләүсенең иғланына юлыға. Уның менән бәйләнешкә сығып аш-һыу бүлмәһен йыһазландырырға ҡарар итә. Оҫта килә, үлсәмдәрҙе ала, билдәләнгән хаҡтың яртыһынан күберәген кеҫәһенә һала һәм  юҡҡа сыға. Бер аҙҙан телефонын да һүндерә.  Вәғәҙә ителгән йорт йыһаздарын көтөп ала алмағас Артур хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Тикшереү барышында уның яңғыҙ булмауы асыҡлана.

Артур күптән түгел фатир алған. Яңы йылға ремонтты тамамлап, байрамға өй туйларға йыйынған. Эш аш-һыу бүлмәһендә генә ҡалған.
Вәғәҙә ителгән йорт йыһаздарын көтөп ала алмағас Артур полицияға мөрәжәғәт итә. Ғариза яҙғанда үҙенең яңғыҙ булмауын да асыҡлай. Уның йортона килгән сос оҫтаға оҡшаған шәхес тиҫтәгә яҡын кешенең йорт йыһаздарына ихтияжын ҡәнәғәтләндерергә вәғәҙә биреп  өлгөргән. Әлбиттә бушҡа түгел. Тәфтишселәр уның эҙенә төшә. Әле ғәйепләнеүсе ҡулға алынған.
Тимур Чанышев, Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Тәртип һаҡлау органдары тарафынан Өфөлә мутлашыу енәйәттәре шәлкемендә ғәйепләнеүсе ҡулға алынды. Полицияға Өфөнөң төрлө райондарында йәшәүселәр мөрәжәғәт итте. Аферист йорт йыһаздары оҫтаһы булып өйгә килеп алдан аҡса алыуға өлгәшкән. Әле барлыҡ осраҡтар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Мутлашыусы енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса   ғәйепләнә».
Интернетта хас та тормоштағы кеүек яҡшы һәм яман кешеләргә юлығырға мөмкин. Шуға ла тәртип һаҡлау органдары глобаль селтәр менән айырыуса һаҡ эш итегеҙ тигән кәңәш бирә. Күңелһеҙ хәлдә ҡалмаҫ өсөн шикле күренгән бәйләнештәрҙе бөтөнлөй булдырмағыҙ, тип билдәләй улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку