Оҙаҡ дауаланыу курсы үткәндән һуң, былтыр август айында һөжүм итеүҙән зыян күреүсе инкассатор кире эшкә сыҡҡан

Оҙаҡ дауаланыу курсы үткәндән һуң, былтыр август айында һөжүм итеүҙән зыян күреүсе инкассатор  кире эшкә сыҡҡан 19.05.2016

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ир хеҙмәттәше менән баш ҡаланың Инорс биҫтәһендәге кибеттәрҙең береһендәге банкоматта аҡса алмаштырғанда, ике енәйәтсе уларға яғыулыҡ һибеп ут төртә. Банк хеҙмәткәрҙәренең береһе алған йәрәхәттәрҙән һәләк була, икенсеһе ауыр хәлдә Мәскәүгә дауаханаға оҙатыла.

Асыҡланыуынса, 3 бер туған егеттең икәүһе бина эсендә инкассаторҙарға һөжүм итә,  өсөнсөләре уларҙы урамда көтөп тора. Артабан улар  3 миллион ярым һум аҡса һалынған сумканы ташлап, енәйәт урынынан ҡаса. Ләкин хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәтселәрҙе тиҙ арала ҡулға ала. Быйыл 12 майҙа улар суд ҡарары менән өсөһө бергә 60 йылға иркенән мәхрүм ителде. Бынан тыш, енәйәтселәр зыян күреүселәрҙең яҡындарына 4 миллион ярым һумдан ашыу  аҡса түләргә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку