Нуриман районында өс кешенең ғүмере өҙөлдө

Нуриман районында өс кешенең ғүмере өҙөлдө 20.12.2016

Үлемесле авария уҙған төн «Өфө-Иглин-Павловка» юлында теркәлгән. Красная Горка ауылы янында «Форд Фокус» водителе хәүефле боролошта идара итеү һәләтен юғалтып, гаражға барып һуғыла. Алынған ауыр йәрәхәттәрҙән руль артына водитель танытмаһыҙ ултырған 18 йәшлек ҡыҙ менән уның 27-28 йәшлек ике пассажиры һәләк була.

Бөгөн көндөҙ Дәүләкән-Шишмә юлында теркәлгән аварияла автомобилдәрҙең береһенә ут ҡапты, икенсеһе ике өлөшкә бүленде. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ҡаршы һыҙатҡа сыҡаан «Лада Ларгус» автомобиле 15-се модель «ВАЗ» менән бәрелешә. Ваҡиға урынына шунда уҡ ашығыс ярҙам һәм янғын һүндереүселәр саҡыртыла. Бәхеткә күрә ҡазаға тарыусыларҙың бараһы ла иҫән ҡалған.  Ике водитель һәм бер пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку