Нижегородка биҫтәһенең шәхси йорттарҙың береһендә янғында һәләк булған ирҙең үлем сәбәптәре асыҡлана

Нижегородка биҫтәһенең шәхси йорттарҙың береһендә янғында һәләк булған ирҙең үлем сәбәптәре асыҡлана 27.01.2016

Үткән төндә  отставкалағы хәрби  ир йәшәгән ағас йорт күҙ асып йомған арала янғын солғап ала.

Янғынды күреү менән  күршеләре ярҙамға ашыға, ирҙе уятып тышҡа алып сыға. Ләкин ул документтар артынан яңынан  ут эсенә инә һәм төтөнгә сәсәп һәләк була. Янғын һүндереүселәр биш минут эсендә килеп етә, был йортҡа илткән юл бер генә яҡҡа хәрәкәт итеүсе юл һыҙатынан  тора.Шуға күрә лә полицейскийҙар юл хәрәкәтен туҡтатып тороп, янғын һүндереү машиналарын үткәрергә ярҙам итә. Күршеләре белдереүенсә, ҡазаға тарыған ир йыш ҡына  йорт соланында тәмәке тартыр булған. Һуңғы һүндерелмәгән төпсөк үлемесле була ла инде. Республиканың янғынға ҡаршы көрәш идаралығы халыҡты ҡышҡы һыуыҡта йортта тәмәке тартмаҫҡа, газ һәм йылытыу ҡорамалдары менән һаҡ эш итергә саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика