Нефтекамала ғәҙәттән тыш хәл 28.01.2015

Ҡалала «Таргин»  нефть сервисы холдингына ҡараған ер аҫтындағы скважиналарҙы капиталь ремонталау идаралығының  дүрт эшсеһе ағыуланған.  Мәғлүм булыуынса, быраулаусының ярҙамсыһы   технологик резервуарға ҡолап төшкән. Өс хеҙмәттәше  уға ярҙамға  ташланған,  һөҙөмтәлә эшселәрҙең барыһы ла ағыулы матдәләрҙән зыян күргән.  Әле уларҙың өсәүһе ауыр хәлдә  реанимацияла, берәүһе дауахананың терапия бүлегенә күсерелгән.

Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис, Арлан нефть ятҡылыҡтарының Нефтекамалағы скважинаһында теркәлә.   Фажиғә урынына тиҙ ярҙам, ҡотҡарыу  хеҙмәттәре һанаулы ғына минуттар эсендә килеп етә.  
Люкка тап ошо ҡоролма янында эшләгән быраулаусы ярҙамсыһы ҡолап төшә. Хеҙмәттәштәре уны ҡотҡарыу өсөн резервуарға  ташлана. Һөҙөмтәлә  эшселәрҙең барыһы ла химикаттар менән ағыулана.  Мәғлүм булыуынса,  уларҙың береһе лә махсус битлек кеймәгән була. Әле эшселәрҙең  өсәүһе ауыр хәлдә дауаханала ята, улар яһалма тын алдырыу аппараттарына тоташтырылған.
Морат Авзалов, Нефтекама ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары: «Беҙ пациенттарға мөмкин булған тәүге ярҙамды күрһәттек,  әлеге ваҡытта ла улар тейешле дауалау курсы ала.  Бер зыян күреүсенең хәле яҡшырыу сәбәпле терапия бүлегенә күсерелде. Яҡшыға өмөт итәбеҙ, әлегә башҡа бер нәмәлә лә әйтә алмайым».
Республиканың хеҙмәт инспекцияһына   ҡазаланыу хаҡында  идаралыҡ етәкселәре хәбәр итә.  Әле предприятиела  осраҡ буйынса тикшереү эштәре башланған. Төп версия - хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлмәүе,  уның өсөн зыян күреүселәрҙең береһе - участка мастеры яуаплы була.
Владимир Гребенников, Башҡортостандың хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары: «Әле был ғәҙәттән  тыш хәл буйынса комиссия төҙөлгән, тикшереү эштәре бара. Бәхетһеҙ осраҡтың килеп сығыу сәбәптәре, хәүефһеҙлек өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр асыҡлана. Беҙҙең ҡарамаҡҡа фажиғәгә эшселәрҙең тын юлдарын һаҡлаусы битлек кеймәүе сәбәпсе булыуы ихтимал».
Нефтекамалағы Арлан ятҡылығы  Өфөнөң ер  аҫты скважиналарын капиталь ремонтлау идаралығына ҡарай. Предприятие ҙур ғына, 3 мең ярым тирәһе кеше эшләй. Әлегә эшселәрҙең ғүмере страховкаланғанмы -юҡмы икәне билдәһеҙ.  Ойошма етәкселәренең ғәйебе иҫбатланһа, уларға юғары күләмдә штраф һалынасаҡ, хатта иректән мәхрүм ителеүҙәре мөмкин.
Игорь Коновалов, «Таргин» нефть сервисы компанияһының матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Әлбиттә, был  фажиғә ҙур һабаҡ булды, киләсәктә  хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә  нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк. Әле дауаханаға эләккән эшселәрҙе дауалауға Өфөнөң 21-се  дауаханаһы табиптарын йәлеп иттек.  Сәбәптәр асыҡланмайынса компенсация тураһында әйтә алмайбыҙ».
Ҡазаға тарыусыларҙың ғаиләләре бармы-юҡмы икәнлеге лә билдәһеҙ. Әммә табиптар әйтеүенсә, уларҙың янына туғандары килгән.  Пациенттарҙы баш ҡала дауаханаларына күсереү  тураһында һүҙ ҡуҙғатылмаған. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса  тикшереү дауам итә.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика