Нефтекамала күк күкрәп ҡойма ямғыр яуған  23.06.2015

Ваҡиға шаһиттары социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, яуым-төшөм  биш минут  дауам иткән. Ҡыҙыу ҡояшты алыштырған көслө дауыл  төбәктә ағастарҙы тамырынан аҡтарған, дүрт ҡатлы йорттоң  ҡыйығын осорған. Бик күп автомобилдәр зыян күргән. Әйткәндәй, был һуңғы көндәрҙә теркәлгән тәүге ғәрәсәт кенә түгел.

Өфөлә көндөң саманан тыш эҫе булыуынан асфальттың иреүе күҙәтелгән. Быға бәйле, баш ҡала хакимиәте аэропорт юлын һаҡлау  маҡсатында  тейешле саралар күрә. Йәғни,  йөк автомобилдәре хәрәкәте сикләнде. Бындай ҡарар федераль әһәмиттәге юлдарға ла ҡағыла. Өфөлә  шулай уҡ асфальтҡа даими һыу һибеп тороласаҡ. Билдәле булыуынса, 2010-сы йылда Мәскәүҙә лә юлдарҙы ошондай ысул менән һаҡлап алып ҡалғайнылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика