Нефтекама ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл 25.11.2014

Ярты сәғәт эсендә ҡаланың төрлө мөйөштәрендә урынлашҡан күп ҡатлы йорт фатирҙарынан кешеләр ҡолап төшкән. Тәүге осраҡта йәш егет ныҡ ҡына зыян күрһә, икенсеһендә ирҙәрҙең береһен ҡотҡарырға һуң була. Егеттең ҡала үҙәгендәге йорттоң 5-се ҡатынан ниндәй хәлдә йығылып төшөүе билдәһеҙ. Әммә шаһиттар әйтеүенсә, был бәхетһеҙ осраҡ түгел.

Эмиль Сәғитов, ваҡиға шаһиты: «Ҡатыным менән Ленин урамы буйлап үтеп бара инек. Ҡапыл ишетелгән тауышҡа өҫкә ҡараһаҡ, унан бер ир төшөп килә. Ергә  ул йөҙө менән ҡапланды».  
Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш хәл булған фатирға ингәндә, унда музыка уйнай. Күршеләре әйтеүенсә, шау-шыулы мәжлестәр бында йыш күҙәтелгән. Хоҡуҡ һаҡсылары әлеге осраҡ сәбәптәрен асыҡлағанда, ҡаланың икенсе өлөшөндә лә ошондай уҡ хәл ҡабатлана. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, етенсе ҡаттан йығылып төшкән ир шунда уҡ һәләк була. Әлегә бер-ниндәй ҙә рәсми аңлатмалар юҡ. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика