Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү  идаралығы хеҙмәткәрҙәре  Өфөлә синтетик матдәләр һалынған ике  посылка  таба 24.11.2015

Улар баш ҡалала ике аҙна элек  ҡулға алынған   кешегә тәғәйенләнгән була.

Инспекторҙар Өфө почта бүлексәләренең береһендә  сит илдән  ебәрелгән ике  ҡапҡа юлыға.  Уларҙа акустик колонкалар менән бергә синтетик наркотиктар табыла.  Посылканы ебәреүсе  ике пакетты артыҡ йәшереп тә тормаған, ҡағыҙ ҡумталарҙың  эсенә генә һалып ебәргән. Тартып алынған наркотик матдәләрҙең  дөйөм ауырлығы 400 граммға етә . Ул  23 йәшлек Өфө егетенә тәғәйенләнгән  була. Был   егет ике аҙна элек тап ошо почта бүлексәһе янында ҡулға алына,  наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре уның сумкаһында музыка колонкаларына һалынған  16 пакет наркотик таба. Синтетик матдә егеттең фатирында ла табыла. Ике осраҡта ла посылка егет менән бергә килгән  ҡыҙҙар исеменә ебәрелгән була, әммә ҡыҙҙар   почта бүлексәһенә бер ни белмәй килә. Әле был осраҡ буйынса тикшереү бара.  Үткән аҙнала республикала  әйләнештән 1 килограмм ярым наркотик матдә тартып алынған, 54 енәйәт эше ҡуҙғатылған.   Ышаныс телефонына аҡ үлем менән һатыу итеү урындары тураһында 30-ға яҡын мәғлүмәт килгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика