Наркотик таратыусы енәйәтсел төркөм фашланды 30.03.2016

Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларында тилерткес матдәләр менән сауҙа итеүселәр махсус операция барышында ҡулға алынды.

Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы төркөмдөң 14 ағзаһын асыҡлаған. Тентеү барышында улар йәшәгән фатирҙарҙа 13 килограмм ярым синтетик наркотик табылған. Йәшерен наркотөркөмдө тилерткес матдәләр менән Өфөлә йәшәүсе 35 йәшлек ир менән уның бергә йәшәгән 38 йәшлек ханым тәьмин иткән. Ай һайын улар Мәскәүҙән 7-8 килограмм синтетик наркотик алып ҡайтҡан. Артабан ул Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан йортта дозаларға бүленеп, республика буйлап таратылған. Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика