Наркополиция хеҙмәткәрҙәре Өфөлә 150 пакет синтетик наркотик тартып алды һәм киндер оранжереяһына юлыҡты 21.08.2014

Махсус операция барышында баш ҡалала синтетик наркотиктар таратыусы енәйәтсел төркөм ҡулға алынды.

Ул дүрт кешенән торған. Ойоштороусыһы - 23 йәшлек Өфө егете. Төркөмдө ул наркотиктар менән тәьмин иткән, башҡаларға иһә ағыуҙы таратыу бурысы ҡуйылған. Төркөм етәксеһе, Интернет аша синтетик ҡатнашмаларҙы алдырып, өй шарттарында наркотик әҙерләгән. Тилерткес матдәләр ышаныслы кешеләргә генә һатылған.
Оператив эҙләү саралары барышында төркөм ағзаларының береһе йәшәгән баҡса йортонда киндер оранжереяһы урынлашыуы  асыҡланған. Һарайҙы тилерткес үҫемлек үҫтереүгә ҡулайлаштырған төркөм ағзалары уны елләтеү, яҡтыртыу һәм һыу һибеү ҡоролмалары менән йыһазландырған. Наркотик баҡсаһынан оператив хеҙмәткәрҙәр 52 төп киндер урып ала. Төркөм ағзалары уны ла һатыуға сығарырға ниәтләгән. Әле осраҡ буйынса енәйәт эше асылған, тикшереү бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика