Мысырҙың Шарм-әл-Шәйех ҡалаһынан Өфөгә юлланған самолет һауала двигателе ватылыу сәбәпле, кире аэропортҡа ҡайтырға мәжбүр булған 09.04.2015

Был турала Ҡыҙыл диңгеҙ курортының авиакомпанияһы вәкилдәренә һылтанып, Үҙәк мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итә.

Билдәләнеүенсә, һауа судноһында 232 пассажир булған.  Самолет яғыулыҡты тотоноп бөтөү өсөн ике сәғәт тирәһе ҡала өҫтөндә осҡас ҡына ергә ултыра. Был мәлдә халыҡ-ара аэропортта ғәҙәттән тыш режим иғлан ителә. Бортты ҡаршы алырға янғын һүндереүселәр һәм  тиҙ ярҙам машиналары саҡырыла. Самолет ултырасаҡ һыҙат алдан махсус күбек менән ҡаплана. Бәхеткә, экстремаль хәлдә бер кем дә зыян күрмәй. Бөгөн киске алтылар тирәһендә пассажирҙар Өфөгә ҡайтып етте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика