Мысырҙан Өфөгә инфекция ауырыуы билдәләре менән бер йәшлек бала ҡайтарылды

Мысырҙан Өфөгә  инфекция ауырыуы билдәләре менән бер йәшлек бала ҡайтарылды 18.09.2015

Сабый шунда уҡ баш ҡаланың 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрь башында Өфөлә йәшәүсе Сәлимхановтар ғаиләһе юллама буйынса диңгеҙ буйына ял итергә китә. Әммә бер нисә көндән уларҙың сабыйы үҙен насар тоя башлай. Страховка буйынса ата-әсәнең урындағы табиптарға мөрәжәғәт итеүе бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Сабыйҙың хәле ҡатмарлаша барыуҙан хафаға төшкән өлкәндәр республика етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы  менән бала Хургадалағы дауаханаға урынлаштырыла. Ғаиләне республикаға ҡайтарыу буйынса саралар күрелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку