Мысырҙа вафат булыусы Рим Сәлиховтың кәүҙәһе Башҡортостанға ҡайтарылды 14.07.2014

Табут Өфөгә бөгөн иртән Стамбулдан килтерелгән. Ә бынан бер-нисә көн элек кенә ғаилә яҡындары урынына Германия гражданы  42 йәшлек Томас Шаферҙың кәүҙәһен алып шаҡ ҡатҡайны.  

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Рим Сәлихов ҡатыны менән июль башында Хургада курортына ял итергә юллана. Рәсәйгә улар ғаилә башлығының тыуған көнөндә ҡайтырға тейеш була. Иргә 58 йәш тулыр ине. Ҡыҙғанысҡа, ялдың 4-се көнөндә ғаилә башлығының йөрәге тибеүҙән туҡтай. Ҡыҙҙары Эльвираның әйтеүенсә, мәрхүмдең кәүҙәһен Рәсәй илселеге булған Ҡаһирә ҡалаһына оҙаталар. Бер-нисә көндән  табут Өфөгә ҡайта. Нефтекама ҡалаһына яҡынын ерләргә  юлланыусы ғаилә ағзалары уны асып тормай. Әммә юлда ирҙең кейәүе табутты асып ҡарарға була. Һөҙөмтәлә документтар буйынса табутта Рим Сәлиховтың кәүҙәһе ята тип яҙылһа ла, унда бөтөнләй икенсе кеше булыуы асыҡлана. Артабан ғәҙәттән тыш хәл менән Транспорт полицияһы шөғөлләнде. Ә яңылышлыҡ менән Башҡортостанға ебәрелгән немецтың кәүҙәһе 21-се ҡала дауаханаһы  моргына урынлаштырылды. Һәм ниһәйәт, бөгөн иртән махсус йөк Өфөгә ҡайтты. Мәрхүмдең кейәүе әйтеүенсә, был юлы табутта ысынлап та уларҙың яҡындарының кәүҙәһе. Әммә яҡындарын юғалтып былай ҙа ауыр хәлгә ҡалыусы ғаиләне таможня хеҙмәткәрҙәренең хатта ғәфү үтенмәүҙәре һәм уларҙың хәленә инергә тырышмауҙары аптырауға һалған. Нисек кенә булмаһын, ҡайғы кисереүсе ғаилә өсөн буталсыҡ хәл артта ҡалды.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика