Мишкә районында башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды 19.03.2017

Уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Баш ҡаланың абруйлы юғары уҡыу йортонда өлгөлө студент, уҡыу алдынғыһы, Республика Башлығы стипендиаты. Кем уйлаһын был тиклем  яҡшы егеттең күңелендә ҡанһыҙ енәйәтсе йәшәгән тип.  Егерме йылдан һуң ул үҙен белгертте. Әле тормош та күреп өлгөрмәгән ун алты йәшлек кенә ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйҙы. 29 тапҡыр бысаҡ менән сәнскеләп. Ни өсөн? Нимә этәргән һуң бындай ҡанһыҙлыҡҡа егетте?  Ниндәй гонаһы булған йәш ҡыҙҙың? Һорауҙар күп.

Унынсы синыфта белем алыусылар өсөн  шәмбе  дәрестәре ҡайғылы яңылыҡтан башлана. Бергә уҡыған ҡыҙҙары - Алһыу башҡа юҡ, ул мөхәббәт ҡорбанына әйләнә. Уҙған йома ғына үҫмерҙәр уның менән белем усағында «Йыл уҡыусыһы» конкурсына тамаша ҡыла. Сәғәт алтыларҙа тамамланған саранан һуң барыһы ла өйгә таралыша башлай. Тик 16 йәшлек ҡыҙ  өсөн ҡайтыр юл үлем һуҡмағына әүерелә.
Алһыу лицейҙан өс йөҙ метр ҙа атлап өлгөрмәй, янына автомобиль килеп туҡтай. Яуапһыҙ мөхәббәттән интеккән егет ҡыҙға 29 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Аҙаҡ хатта, йөҙөн дә танырлыҡ булмай. Бәләгә тарыған яҡынына ярҙамға ике туған апаһы ла йүгереп килә, әммә йәберләүсене туҡтатырға көсө генә етмәй. Егет ҡурҡыныс эшен тамамлағас, ҡасыу яғын ҡарай.
Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Оператив-эҙләү эштәре барышында, ғәйепләнеүсенең автомобиле Мишкә ауылы ситендә, урман янында табыла. Юл инспекторҙары был биләмәлә беләге яраланған егеткә юлыға. Уға медицина ярҙамы күрһәтелә. Артабан ғәйепләнеүсе дауалау учреждениеһынан тәфтишселәргә тапшырыла».
Әлегә уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе  быға тиклем дә үҙенең ҡорбанына ошондай аҙымға барасағын белдереп смс-янауҙар ебәргән була. Был хәлде белеп ҡалған ҡыҙҙың ата-әсәһе һуңғы тапҡыр февралдә полицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Әммә хоҡуҡ һағындағылар егетте яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы урынлы тип тапмай.
Наталья Лотфуллина, Мишкә ауылының 1-се лицейы директоры урынбаҫары: «Кисә беҙ ҡыҙҙың ғаиләһенең оло  ҡайғыһын уртаҡлаштыҡ. Яҡындары әйтеүенсә, полиция органдарына өс тапҡыр ғариза яҙылған була. Кем белә, бәлки, фажиғәғә юл да ҡуйылмаҫ ине, әгәр хоҡуҡ һағындағылар был хәлгә баштан уҡ битараф ҡарамаһа».
Ҡыҙҙы атаһы ла полиция хеҙмәткәре. Әммә үҙ ҡыҙын бәләнән ул һаҡлап ҡала алмай, сөнки Чечен Республикаһында оҙайлы командировкала була.  Әҙәбиәтте яратҡан, тырыш, ныҡышмал, тик яҡшы билдәләргә өлгәшкән һылыуҡай күптәрҙең һөйөүен яулап өлгөрә. Уның алсаҡлығын синыфташтары ла билдәләй.
Алһыу бәлә булырын һиҙгәндәй, өсөнсө ай гел лицейҙан таксиҙа ҡайтҡан. Тик ни өсөндөр йома йәйәүләп ҡайтырға була. Был бәхетһеҙ осраҡ хаҡында яңылыҡ  тотош республика халҡын тетрәндерә.
Билдәле булыуынса, егет ҡыҙ артынан ике йыл ярым элек үк йөрөй башлай. Әммә ул ваҡытта Алһыуҙың ата-әсәһе был мөхәббәткә ҡаршы сыға. Хатта, белем усағында ғәйепләнеүсенең туғандары ла саҡыртыла, аңлатыу эше алып барыла. Тик лицейҙы алтын миҙалға тамамлап, студент тормошо менән йәшәй башлаған егет киренән тойғоларын белдерә башлай. Уның атаһы әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә холҡонда бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр һиҙелмәгән.
Ҡыҙҙың туғандары иһә һаман шаңҡыу хәлендә. Улар яҡын кешеһен юғалтыуға ышанып етмәй, ышанырға ла теләмәй. «Алһыу һуңғы аҙналарҙа ҡулынан тәсбих төшөрмәне», ти улар. Ата-әсәһе ҡыҙҙарын бәләнән ҡотҡарам тип, йәй Төмәнгә күсенергә лә йыйынған. Тик өлгөрмәнеләр генә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика