Март башында Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылында ут эсенән ике баланы ҡотҡарған ҡыҙ республика тән бешеүҙе дауалау үҙәгендә һәләк булған

Март башында Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылында ут эсенән ике баланы ҡотҡарған ҡыҙ республика тән бешеүҙе дауалау үҙәгендә һәләк булған 23.03.2017

Ул төндө 21 йәшлек Екатерина Слегина менән уның 9 һәм 3 йәшлек ҡустылары өләсәләрендә йоҡларға ҡала. Төнгө өстәр тирәһендә төнөн еҫенә уянып киткән ҡыҙ шунда уҡ өләсәһен уята. Өс йәшлек туғанын күтәреп ут ҡаплаған солан аша тышҡа йүгерә.

Артабан, 9 йәшлек ҡустыһы артынан кире инә, уны ла сығарып өлгөрә. Ә бына өләсәһенә ярҙам итеп өлгөрмәй.  Көслө янғын ваҡытында ҡотҡарыусының тәненә ҙур зыян килә, һөрөмдән ағыуланыуы ла асыҡлана. Уны Өфөләге  дауаханаға оҙаталар, әммә табиптар ҡазаға тарыусының ғүмерен һаҡлап ҡала алмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын ҡорбанын "Янғында күрһәткән батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләргә йыйына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку