Малдың ғәйебе ниҙә?

Малдың ғәйебе ниҙә? 29.05.2017

Иҙел башының Әр ташы ауылында урындағы халыҡ менән туристик база хеҙмәткәрҙәре араһындағы тартҡылашыуҙа ат зыян күргән. Йылҡы малының ҡабырғаһына билдәһеҙ кешеләр әҙәпһеҙ һүҙҙәр яҙған. Буяҙан аттың тиреһендә яралар хасил булған.

«Чига» ҡушаматлы ат кеше ҡулынан нужаны күп күрһә лә, һуңғыһы бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ. Билдәһеҙ әҙәмдәр уға автомобиль буяуын һиптергән, ҡабырғаһына әҙәпһеҙ һүҙҙәр яҙған. Һөҙөмтәлә уның тиреһендә тәрән яралар барлыҡҡа килгән.
Әр ташының һыбай маршруттары тотош илгә билдәле. Әҙәпһеҙлектән зыян күргән ат та балаларҙы йөрөткән. Тыныс холоҡло, кешегә ышанып бара тиҙәр уның турала турбаза хеҙмәткәрҙәре.
Үсләшергә сәбәп тә бар. Әр ташы шәхси ҡулдарға күскәс ял үҙәгендә хужалыҡ итеү ҡағиҙәләре үҙгәрә. Элек башлыса ауыл халҡынан торған коллектив, ситтән килтерелгән хеҙмәткәрҙәргә алмаштырыла. Һөҙөмтәлә урындағылар этләшергә тотондо ти турбаза етәкселеге.
Тере йән эйәһендә графити мөмкинлектәрен һынап ҡараусы тиҙ асыҡлана. Ошо уҡ ауылда йәшәүсе Гөлнара Колчина ҡасандыр үҙе лә турбазала рәссам булып эшләгән. Участка полицияһында ул ваҡ хулиганлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнеп административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Штраф һалынһа ла ханым, ғәйебен танымауын белдерә.
Хужаһына үсләшеп, малына зыян килтерергә теләүселәрҙе хоҡуҡ белгестәре иҫкәртә. Законда был йәһәттән ҡәтғи саралар ҡаралған. Тәртип боҙоуҙан тыш, тере йән эйәһенә ҡаты ҡағылыуҙа ғәйепләүҙәре ла бар.
Турбаза хеҙмәткәрҙәре менән урындағы халыҡ араһында тартҡылашыу ике яҡ өсөн бары тик юғалтыуҙарға юл аса. Кешеләр үсләшкән арала, өнһөҙ ҡалған йән эйәләренең зыян күрә. Ә малдың ғәйебе ниҙә һуң, һорау асыҡ ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика