Мәләүез районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһенә бәйле яңы мәғлүмәт 14.03.2015

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡот осҡос авария өс  кешенең ғүмере өҙҙө.

Ғәҙәттән тыш хәл  кисә көндөҙ «Өфө-Ырымбур» юлының 166 километрында теркәлде. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса,  «Шевроле Клан»  автомобиленә идара итеүсе Күмертауҙан 34 йәшлек ир ҡаршы һыҙатҡа сығып «УАЗ» йөк транспорты менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм уның 24, 29 йәшлек ике пассажиры ваҡиға урында һәләк була. Мәләүездән фургон хужаһы һәм уның эргәһендә ултырған кеше ауыр тән йәрәхәттәре менән медицина учреждениеһына оҙатылған. Юл-транспорт фажиғәһе сәбәптәре тураһында тулы мәғлүмәт тейешле экспертиза тамамланғандан һуң иғлан ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика