Мәләүез ҡалаһында торлаҡ коммуналь хужалығы хеҙмәткәре ике фатирҙың яныуына сәбәпсе булған

Мәләүез ҡалаһында торлаҡ коммуналь хужалығы хеҙмәткәре ике фатирҙың яныуына сәбәпсе булған 24.08.2017

Бынан бер аҙна элек ҡаланың Смоленск урамындығы 31-се йорттоң ҡыйығында гидроизоляция буйынса ремонт эштәре башҡарылған. Хеҙмәткәрҙәр газ баллоны менән ҡулланған булған. Зыян күреүселәр әйтеүенсә, улар хәүефһеҙлек талаптарын инҡар иткән. Һөҙөмтәлә 2 янған фатир. Матди зыянды ҡаплауҙы кем үҙ өҫтөнә алыр.

Һандыбаевтар ғаиләһе ике балаһы менән туғандарында йәшәргә мәжбүр. Янған уйынсыҡтар, һөрөмгә буялған стеналар. Фатирҙың һәр бер йыһазы бер аҙна элек булған ҡурҡыныс янғынды хәтерләтә. Экспертизаға ярашлы, ғәйеплеләр ҙә билдәле. Тик бер кем дә мөлкәтһеҙ тороп ҡалған ғаиләгә һаман ярҙам тәҡдим итмәгән.
Торлаҡ коммуналь хужалығы ғәйебен таныған таныуын. Тик улар ремонт хаҡын ысын барлыҡтан күпкә түбәнәйтеп күрһәтергә тырыша, ти Һандыбаевтар. Ә бит ғаилә бынан бер-ике ай элек кенә фатирҙарына өр яңынан ремонт яһаған булған. Тик торлаҡ коммуналь хужалығында бөтөнләй икенсе хәбәр һөйләйҙәр. Бойондороҡһоҙ экспертиза үткәрелгәндән һуң, бар сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә аласаҡбыҙ, ти ойошма директоры.
Янғынға юл ҡуйған хеҙмәткәрҙәр яуаплылыҡҡа тарттыраласаҡмы, юҡмы әлегә билдәһеҙ. Сөнки тикшереү дауам итә. Шулай ҙа, иң мөһиме йәш ғаилә оҙаҡламай кире үҙенең фатирына ҡайтасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку