Мәктәп коридорында баҫҡыстан ҡолаған үҫмер аңына килә алмай дауаханала ғүмере өҙөлгән

Мәктәп коридорында баҫҡыстан ҡолаған үҫмер аңына килә алмай дауаханала ғүмере өҙөлгән 02.05.2017

Уның ауыр хәлдә ятыуы тураһында беҙ яңылыҡтарҙың апрелдәге сығарылыштарының береһендә хәбәр иткәйнек инде. Ул көндө ауылдың 2-се урта мәктәбендә 11-се синыфта уҡыған Денис дәрес ваҡытында коридорға сыға һәм йығыла.

Бәхетһеҙ осраҡ белем усағындағы видеокүҙәтеү ҡоролмаларына теркәлгән. Шул йығылыуынан аңын юғалта. Ашығыс ярҙам машинаһында уны район үҙәк дауаханаһына илтәләр. Урындағы табиптар рентген тикшереүе үткәрә.  Баш һөйәге-мейе йәрәхәте диагнозы ҡуйыла. Үҫмерҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн табиптар бер айға яҡын көрәшә. Әммә апрелдең һуңғы көнөндә Денистың йөрәге тибеүҙән туҡтай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку