Үлемесле прививка

Үлемесле прививка 19.07.2016

Октябрский ҡалаһында йәшәүсе ғаилә туғыҙ айлыҡ ҡына ҡыҙҙарының үлемендә аҡ халатлыларҙы ғәйепләй. Улар әйтеүенсә, бала тап вакцинанан һуң үҙен насар тоя башлай. Табиптар сабыйҙың ғүмерен  һаҡлап  ҡала алмай. АКДС прививкаһына тиклем бала үҙен һау-сәләмәт тойған. Хәүефләнергә бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ ине, ти Ғүмәровтар. Ата-әсә ҡайғыһын беҙҙең хәбәрселәр ҙә уртаҡлашты һәм үлемесле ваҡиғаны асыҡларға тырышты.

Туғыҙ ай ғына яҡты донъяла йәшәп өлгөргән сабыйҙан бер нисә фото ғына тороп ҡалған.   Ата-әсәһенең күҙ ҡараһы, йорттоң йәме булып үҫеп килгән Леананың юҡлығына ғаилә ағзалары һаман ышанып бөтә алмай.
Барыһына ла үлемесле прививка ғәйепле, ти Ғүмәровтар. Июндең алтыһы кескәй Леанаға АКДС вакцинаһы яһатҡандар. Тап шул көндән сабыйҙың һәм ата-әсәнең тыныслығы китә. Бала хәлһеҙләнә, ҡоҫа башлай, тән температураһы күтәрелә. Әммә саҡыртылған табиптар  ни бары инфекция тип ата-әсәне тынысландыра. Бер нисә көндән хәл тағы ла киҫкенләшкәс кенә Леананы реанимацияға  һалалар. Ләкин инде һуң була. Табиптар сабыйҙың быға тиклем дә үпкәһе ауырыу булыуын әйтә. Ата-әсә был диагноз менән һис кенә килешмәй.
Дауаханала табиптарҙы ғәйепләрлек бер генә сәбәп тә юҡ , тиҙәр. Йәнәһе лә вакцина тейешле шарттарҙа барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәп башҡарылған. Бала прививка яһатыр алынан да, һуңынан да медицина тикшереүе үткән. Борсолорлоҡ үҙгәрештәр юҡ ине,  ти табиптар.
Сабыйҙың ғүмере прививка ярҙамында өҙөлгәнме , әллә башҡа сәбәптәрме, һорау  әлегә асыҡ ҡала.  һуңғы һүҙҙе суд медицина эксперттары әйтәсәк. Әле анализдар тикшереү үтә. Әммә нисек кенә булмаһын Ғүмәровтар күңелендә аҡ халатлыларҙың мөнәсәбәтенә, медицинаға ҡарата  ҡурҡыу  тойғоһо ғүмерлеккә уйылып ҡалған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку