Квадроманьяҡтармы, әллә тәбиғәт вәхшиҙәреме?

Квадроманьяҡтармы, әллә тәбиғәт вәхшиҙәреме? 21.06.2016

Татарстандың бер төркөм туристары Ирәмәлгә ҡырағай сәфәр ойошторған. 11-12 июндә улар Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһенә квадроциклдарҙа менгән. Уларҙы тауҙағы йылға һикәлтәләре лә, ҙур таштар ҙа, ҡуйы урман массивтары ла туҡтата алмаған.

Туристар ағастарҙы ҡырҡыуҙан да баш тартмаған. Үҙҙәренең башҡарған эштәрен күрше республика вәкилдәре камераға төшөрөп ғорурлыҡ менән интернетҡа ҡуйған. Әммә улар закон алдындағы яуаплылыҡ тураһында онотоп ебәргән, күрәһең. Һәүәҫкәр видеояҙма киң мәғлүмәт сараларында ғына түгел, шулай уҡ депутаттарҙа һәм экологтар ҙа ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.
Был квадроманьяктарҙың тәүге батырлығы ғына түгел. Бер нисә йыл элек изге тауға джипперҙар командаһының күтәрелеүе теркәлгәйне. Ул ваҡытта Башҡортостан Башлығы тәбиғи һәйкәлдәрҙе һаҡлауҙы айырыуса иғтибарға алырға ҡушты, ә «Ирәмәл» паркының үҙендә һаҡ хеҙмәте барлыҡҡа килде. Әммә квадроциклдар менән идара итеүселәр контроль-үткәреү пунктын нисектер урап үтә алған. Йәй көндәрендә техника менән тауға менеү ҡәтғи рәүештә тыйыла. Транспорт саралары менән бейеклектең билдәле нөктәһенә тиклем генә барырға мөмкин. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку