Куйбышев тимер юлының Иглин - Таутөмән өлөшөндә ике ҡыҙҙың зыян күрә, уларҙың береһе һәләк була 20.03.2017

Рәсәй Тәфтиш комитетының Волга буйы транспорт линияһы тәфтиш идаралығы уҙған йома Куйбышев тимер юлының Иглин - Таутөмән өлөшөндә ике ҡыҙҙың зыян күреү, уларҙың береһенең һәләк булыу осрағы буйынса тикшереү алып бара.

Машинист ашығыс тормозға баҫһа ла, һәләкәтте иҫкәртергә һуң була. Һөҙөмтәлә 23 йәшлек ҡыҙ һәләк була, 17 йәшлеге ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға урынлаштырылған, уның ғүмре өсөн табибтар көрәшә. Әлеге ваҡытта  урында оператив-тикшереү төркөмө эшләй, фажиғә  сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында беҙҙең ижади төркөм дә юлланды. Тулыраҡ мәғлүмәттәр беҙең алдағы сығарылышатарҙа.Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, 23 һәм 17 йәшлек ҡыҙҙар ҡар таҙартҡан тепловозға тапалған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика