Кушнеренко районында үлемесле авария теркәлде

Кушнеренко районында үлемесле авария теркәлде 16.12.2017

Мәскәү-Өфө юлының 1284-се километрында «Лада Гранта» менән «Лада Калина» автомобилдәре бәрелеште. Фажиғә һөҙөмтәһендә тәүге транспорт сараһының 71 йәшлек водителе һәм уның хәләл ефете ауыр тән йәрәхәттәре менән урындағы район дауаханаһына оҙатыла.

Әммә һуңынан аңына килә алмаған ҡатындың ғүмере өҙөлә. Тағы ла бер нисә сәғәттән ошо уҡ районда 38 йәшлек ир «Джили» автомобиле аҫтында ҡалып һәләк булды. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, йәйәүле юлды рөхсәт ителмәгән урындан үтеп барғанда фажиғәгә тарыған. Уның шулай уҡ кейемендә яҡтылыҡты кире ҡағыусы элементы булмаған. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары уҙған тәүлектә 4 меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоу осрағын асыҡланған. Эскән килеш руль артына ултырған 84 водитель ҡулға алынған.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку