Курткамы, ғүмерме?

Курткамы, ғүмерме? 14.10.2016

Өфөлә 39 йәшлек ир төҙөлөш ҡарауылсыһына бысаҡ менән ташланған. Объект тимер юл станцияһы янында, кеше күп йөрөмәгән ерҙә урынлашҡан.

Өлкән йәштәге иргә кеҫәһендә аҡса һәм телефон ятҡан курткаһын сығарып биреүҙән башҡа сара ҡалмай. Зыян күреүсе әйтеүенсә, енәйәтсе иҫерек булған.
Бәхеткә, бурҙың шатлығы оҙаҡҡа һуҙылмай. Урындағы участка полицейскийы Анатолий Гладышев  уның шәхесен тиҙ арала асыҡлай. Ирҙең билдәләре буйынса, хоҡуҡ һаҡсыһы  яҡын-тирәләге урамдарҙың береһендә йәшәүсене таный. Свердловск өлкәһенән килгән ир элек тә «Енәйәт кодексы»ның төрлө статьялары буйынса хөкөмгә тарттырылған булған.  
Анатолий Гладышев, Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр министрлығы идаралығының Калинин районы полиция бүлеге өлкән участка уполномоченныйы: «Уны ҡулға лыу өсөн махсус бығауҙар ҡулландыҡ. Сөнки күҙалланынса, ул кешелә бысаҡ булыу ихтималлығын белә инем. Бәхеткә, хафаланыу бушҡа булды».
Ҡулға алыныусы әйтеүенсә, хилаф эшкә уны эсергә яратыуы этәргән. Уға һөжүм итеү статьяһы буйынса иркенән мәхрүм ителеү янай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку