Краснокама районында дауылдан зыян күреүселәргә ярҙам йыйыу башланды

Краснокама районында дауылдан зыян күреүселәргә ярҙам йыйыу башланды 01.09.2014

Йома көн республиканың төньяҡ өлөшөнә тәбиғәт ғәрәсәте һуғылды. Айырыуса Краснокама һәм Яңауыл райондары зыян күрҙе. Шаһиттар билдәләүенсә, 5-6 минут эсендә донъяның аҫты-өҫкә килде. Көслө ел, йорт ҡыйыҡтарын осорҙо, хатта ҡайһы бер  биналарҙы ер менән тигеҙләне, ауыр йөк автомобилдәрен түңкәрҙе. Дауылда ике замандашыбыҙҙың  ғүмере өҙөлдө, йөҙҙән ашыу кешегә төрлө йәрәхәттәр менән  дауаханаға мөрәжәғәт итергә тура килде.

Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән биләмәлә ике меңдән ашыу кеше, 500 торлаҡ йорт һәм хужалыҡ итеү ҡоролмаһы иҫәпләнә. Райондарҙа махсус штабтар эшләй, ваҡытлыса йәшәү урындары ойошторолған. Әле матди зыян күләме иҫәпләнә. Яҡынса мәғлүмәткә ярашлы, ул йөҙәр миллион һумға барып етеүе ихтимал. Республика үҙ иҫәбенә  харабаларға әйләнгән йорттарҙы төҙөкләндерәсәк, Краснокама районы Ҡарый ауылында мәҙәниәт йорто һәм Николо-Березовка ауылы йәштәр һарайында әле ярҙам туплау пункты эшләй. Унда кейем һалым, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары алып килергә мөмкин. Тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргән төбәктәрҙә бөгөн балалар мәктәпкә барҙы, ә Яңауылда яңы балалар баҡсаһы сафҡа инә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку