Краснокама районында 52 йәшлек ир, 10 һәм 11 йәштәге улдары менән һыуға батты

Краснокама районында 52 йәшлек ир, 10 һәм 11 йәштәге улдары менән һыуға батты 04.08.2016

Фажиғә тураһында республика буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Шаршамбы көн ир менән малайҙар менән Тиҙ Танып йылғаһына һыу инергә юллана. Әммә тәғәйенләнгән ваҡытҡа өйгә әйләнеп ҡайтмаған яҡындарын ғаилә хужабикәһе эҙләй башлай. Һыу буйында уларҙың кейемдәре, йылғала атай кешенең кәүҙәһе табыла.

Балаларҙы ҡотҡарыусылар эҙләй. Һәләк булыусы ирҙең үлем сәбәбен асыҡлау өсөн экспертиза тәғәйенләнгән. Тәфтиш комитеты халыҡты һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын онотмаҫҡа, балаларға рөхсәт ителмәгән урындарға һыуға төшөүҙе  тыйырға, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыра.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку