Краснодар крайында авиафажиғәгә тарыған ТУ-154 самолетында тағы ла бер яҡташыбыҙ булыуы асыҡланды

Краснодар крайында авиафажиғәгә тарыған ТУ-154 самолетында тағы ла бер яҡташыбыҙ булыуы асыҡланды 27.12.2016

Ул Федоровка районы Балыҡлы ауылында тыуып үҫкән полковник Әмир Бакир улы Хәсәнов. Яҡташыбыҙ Байкал аръяғы хәрби округында хеҙмәт иткән. Мәләүез һәм Федоровка районы буйынса хәрби комисссар Рөстәм Ҡантимеров хәбәр итеүенсә, әлеге сәғәттәрҙә Әмир Хәсәновтың ҡатыны Читанан Мәскәүгә мәрхүмде таныу процедураһына юлланған. Әмир Хәсәнов менән хушлашыу тәүҙә ул хеҙмәт иткән хәрби округта, һуңынан тыуған ерендә үтәсәк, тип көтөлә.  

Алдараҡ Ҡара диңгеҙгә ҡолаған самолетта Өфө егете Максим Ивановтың булыуы ла асыҡланғайны. Максим Иванов Өфөлә тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Һуңынан, Сыуаш дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институтында, Мәскәүҙә - ГИТИС-та белемен камиллаштырған. Һуңғы ваҡытта Рәсәй ҡораллы көстәренең йыр һәм бейеү ансамблендә эшләй.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - 25 декабрь иртәһендә теркәлгән аяныслы авиафажиғә 92 кешенең - 84 пассажир менән 8 экипаж ағзаһының ғүмерен өҙҙө. Улар араһында Александров ансамбле артистары, 1-се канал, «Звезда» һәм НТВ телеканалдары журналистары бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку