Кисә үткән көслө дауылға бәйле, Краснокама районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән 13.05.2016

Хәбәр ителеүенсә, Краснокаманан тыш,  көслө елдән  Яңауыл, Ҡалтасы, Мишкә райондары ла  зыян күргән. Был төбәктәрҙә 15-ләп ауыл, шул иҫәптән Краснокамала 8 биләмә утһыҙ ҡалған, Шушнур ауылында мәктәп һәм шәхси ферма ҡыйығы  емерелгән.  Һәләк булыусылар юҡ. Әле урындарҙа ҡотҡарыу һәм янғын һүндереү хеҙмәттәре эшләй.  Матди зыян күләме иҫәпләнә.  

Алина Ғәниева, Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының матбуғат хеҙмәткәре: «Тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөүгә  43 берәмек техника, 109 кеше  йәлеп ителде. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн дә көндөң икенсе яртыһында һәм кискә ҡарай республиканың көньяҡ-көнсығышында урыны менән ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы, күк күкрәүе, көслө ел иҫеүе көтөлә. Ошоно иҫәпкә алып,  граждандарҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа саҡырабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика