Кисә төндә Өфөнөң Дим биҫтәһендәге биш ҡатлы йортта янғын сыға

Кисә төндә Өфөнөң Дим биҫтәһендәге биш ҡатлы йортта янғын сыға 09.02.2015

Ут ике бүлмәле фатирҙарҙың береһен ялмап ала.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш  идаралығы хеҙмәткәрҙәре йортта йәшәүсе 30 кешене эвакуациялай, улар араһында биш бала ла була. Тикшереү һөҙөмтәләре, уттың көнкүреш электр ҡорамалдары менән файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе үтәмәүҙән тоҡаныуын күрһәтә. Ошо уҡ кис Бәләбәйҙә биш ҡатлы торлаҡ йорттан да ун биш кеше эвакуациялана. Сәбәбе - бер бүлмәле фатирҙа эскән килеш тәмәке тартыу. Ҡыҙыл әтәс был осраҡта ла һүндерелә, илле йәшлек ир  дауаханаға оҙатыла. Фатир өлөшләтә зыян күргән, йыһаздар янған. Дөйөм алғанда, үткән ял көндәрендә республикала 21 янғын сыҡҡан, уларҙың 4-һе Өфөлә теркәлгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку