Кисә республика юлдарында 13 юл фажиғәһе теркәлгән, руль артына иҫерек килеш ултырыусы 65 водитель асыҡланған

Кисә республика юлдарында 13 юл фажиғәһе теркәлгән, руль артына иҫерек килеш ултырыусы 65 водитель асыҡланған 18.11.2015

Юл фажиғәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 15 кеше төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

Дүшәмбенән шишәмбегә ҡарай төндә Саҡмағош районында «Лада Ларгус» автомобилендә руль артында ултырыусы 35 йәшлек ир хәүефле боролошта транспорт менән идара итеү һәләтен юғалтып юл ситенә сығып оса. Автомобиль ағасҡа бәрелә.  Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса,  водитель иҫерек була. Бәлки шуғалыр ҙа ул автомобилдә ултырған ике пассажиры тураһында онотоп, өйөнә ҡайтып китә. Һуңғылары водителдең  бер туған ағалары булыуы билдәле. Фараздар буйынса, уларҙың да берәүһе иҫерек була.  Артта ултырған ағаһын яңғыҙын ҡалдырып, икенсе ир ҙә  ауыл яғына китә. Артбаан ни сәбәптәндер автомобилдә ут сығып, өсөнсө пассажирҙың ғүмере өҙөлә. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика