Кисә Өфө-Шаҡша юлындағы аварияла зыян күргән 3 йәшлек ҡыҙ үҙен яҙшы тоя башлаған

Кисә Өфө-Шаҡша юлындағы аварияла зыян күргән 3 йәшлек ҡыҙ үҙен яҙшы тоя башлаған 27.11.2017

Уны дауахананан сығарғандарҙа инде. Әммә уның ата-әсәһе һаман ауыр хәлдә ҡала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Шаҡша юлында «Лада Приора» менән «Киа Рио» автомобилдәре бәрелешкәйне. Авария һөҙөмтәһендә тәүге машинаның водителе һәм салондағы пассажир ҡыҙ ваҡиға урынында һәләк була.

Тағы ла дүрт кеше көслө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға урынлаштырыла. Шул иҫәптән балалар креслонда ултырған өс йәшлек ҡыҙ ҙа. Әлеге ваҡытта авария сәбәптәре асыҡлана. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, «Приора»ға идара итеүсе быға тиклем водитель таныҡлығынан мәХрүм ителгән булған.
Линар Зиннуров, ЮХХДИ идаралығының пропаганда бүлеге хеҙмәткәре: «Әлегә билдәле булған мәғлүмәттәргә ярашлы, Приора водителе ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығып Киа Рио автомобиле менән бәрелешә. 27 йәшлек Рәсәй автомобиле водителе һәм уның пассажиры ваҡиға урынында һәләк була. Әле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку