Кисә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек

Кисә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек 20.11.2014

Машиналар төҙөү урамындағы йорттоң өсөнсө ҡатында янғын сыға. Уның һөҙөмтәһендә 6 кешенән торған ғаиләнең  ҡаралтылары тулыһынса янып бөтә. Бөгөн улар бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡалған.  Бынан тыш, дөйөм ятаҡтын бер нисә бүлмәһе уттан  зыян күргән. Унда йәшәүселәр ҡала хакимиәтенән ярҙам көтә. Ул булырмы?

Ҡыҙыл әтәс Лосевтарҙың ҡаралтыларын аямаған.  Янғындан һуң бүлмәлә һауыт-һаба һәм аяҡ кейемдәре генә ҡалған. Ғүмер буйы йыйған мөлкәт, техника эшлектән сыҡҡан.
Әле ғаилә туғандары ярҙамында янғын эҙемтәләрен бөтөрөү менән мәшғүл. Улар тиҙ арала бүлмәгә ремонт эшләргә ниәтләй. Сөнки ғаиләнең башҡа барыр урыны юҡ. 18 квадрат метр майҙанда Айраттың тормош иптәше, мәктәп йәшендәге балалары һәм өлкән ҡыҙының ғаиләһе көн күргән. Янғын көнөндә йәш әсә 2 йәшлек сабыйын бүлмәлә яңғыҙын ҡалдырып китә. Бер нисә минуттан ҡайтыуына бүлмәне  төтөн баҫҡан була. Күҙаллауҙар буйынса, янғын сабыйҙың ут менән шаярыуынан сыҡҡан.
Елена Артемова, 22-се янғын һүндереү отрядының матбуғат хеҙмәте: «Ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр алыу менән ваҡиға урынына баш ҡала янғын һүндереү гарнизонының алты бүлексәһенән 17 берәмек техника, 30-ҙан ашыу ҡотҡарыусы ебәрелде.  Улар хәүефле йорттан йөҙгә яҡын кешене эвакуацияланы. Тын юлдары зарарланған бала дауаханаға оҙатылған».
Әсә менән бала әле Өфөнөң  21-се ҡала клиник дауаханаһында. Сабыйҙың ғүмеренә хәйеф янамай тип хәбәр итә яҡындары.  Янғындае ғаиләнең күршеләре лә зыян күргән. Улар ҡала хакимиәте ярҙамына өмөт итә.
Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡытлыса торлаҡҡа мохтаж ғаиләләр бөгөн резерв фондҡа мөрәжәғәт итә ала. Ятаҡтың коридоры һәм дөйөм ҡулланыу урындары төҙөкләндереләсәк. Ә башҡа сығымдарҙы ғаиләләр үҙҙәре ҡапларға бурыслы.
Алик Велиев, Өфөнөң Калинин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары: «Зыян күләме 50 мең һум менән баһалана.  Ятаҡ бүлмәләренең күбеһе хосусилаштырылған, шуға күрә уның торошон хужалар үҙҙәре күҙәтергә бурыслы. Янғындан зыян күргән ғаиләгә тәҙрә һәм ишек ҡуйыласаҡ».
Бөгөн ғаиләләр янғын эҙемтәләрен бөтөрә, һуңғы аҡсаларын ваҡытһыҙ төҙөкләндереү эштәренә йүнәлтергә мәжбүр. Ә Лосевтар сабыйҙарынан башҡа күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа тигән ҡарарға килгән.  
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика