Кисә Өфөлә күҙәтелгән көслө дауыл ағастарҙы ауҙарған 26.06.2017

Ҡырҡтан ашыу ағас ҡолаған, уның ун етеһе автомобилдәргә зыян килтергән. Цюрупа урамында еңел автомобиль биналарҙы тыштан йылытыу материалы аҫтында ҡалған. Уның хужаһына идаралыҡ компанияһы менән осраҡ сәбәбен асыҡларға тура киләсәк.   Сельская Богородская менән Индустриаль шоссе урамдары киҫелешендә светофор ҡолаған.

Тәбиғәт ғәрәсәте арҡаһында шулай уҡ  ағас ботаҡтары һынып төшкән, электр линияларына зыян килгән. Цюрупа һәм Кавказ урамдарында автотранспорт хәрәкәтен туҡтатып торорға тура килгән. Дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш дауам итә. Кешеләр араһында зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика