Кибеткә барыу Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе 31 йәшлек Алена Нәзирова өсөн үлемесле тамамлана

Кибеткә барыу Стәрлетамаҡ районында йәшәүсе 31 йәшлек Алена Нәзирова өсөн үлемесле тамамлана 17.10.2017

Ике бала әсәһен скутерҙа 15 йәшлек үҫмер бәрҙерә. Башы ауыр  йәрәхәтләнгән ҡатын бер аҙна дауамында йәшәү өсөн көрәшә. Әммә табиптар ҡазаға тарыусының ғүмерен һаҡлап ҡала алмай. Бөгөн Косяковка ауылы халҡы Аленаны һуңғы юлға оҙатты.

Ҡот осҡос фажиғә 7 октябрҙә төнгө сәғәт ундар тирәһендә ошо урында теркәлә. Күреүебеҙсә, асфальт көҙгөләй тип-тигеҙ, ә эргә тирәлә бер ниндәй юл тамғалары ла, яҡтыртыу ҡоролмалары ла ҡуйылмаған. Шуға ла водителдәр был юлдан юғары тиҙлектә йөрөргә күнеккән. Уларҙың ҡайһы берәүҙәрен хатта эскән килеш руль артына ултырыу ҙа ҡурҡытмай.

Ул кистә эштән ҡайтҡан Алена Нәзирова  ҡыҙҙарына  тәмлекәстәр алыу өсөн магазинға юллана. Әммә үҙәк урамда уға арттан килгән скутер бәрелә. Фажиғәгә тарыусының яҡындары әйтеүенсә, водитель был ваҡыта иҫерек була. Уның  транспорт сараһының фары ла янмай.

Фажиғәгә тарыған Алена шул уҡ төндә Стәрлемаҡтағы дауаханаға оҙатыла.Табиптар бер аҙна буйына уның ғүмере өсөн көрәшә. Әммә тапшырылған ҡан да, яһалған ике операция ла ҡатынға ярҙам итә алмай.15 октябрҙә Алена ике балаһын ҡалдырып мәңгелеккә баҡыйлыҡҡа күсә.

Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Алена балаларына яҡшы әсәй ҙә, тормош иптәшенә тоғро ҡатын да булып өлгөрә. Эшендә лә һынатмай.  Ғаиләнең бәхетле ғүмре итеүен  бихисап фотоларға ҡарап та  күрергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа, хәҙер Яна менән Алинаға мәңге йәш булып ҡалған әсәләре ошо һүрәттәрҙән генә йылмаясаҡ.

Аленаның яҡындары фажиғәле был осраҡ буйынса бер ниндәй ҙә тикшереү алып барылмауына  зарлана. Скутер хужаһы ла, уның 13 йәшлек пассажиры ла ғәйеплеләр тип һаналмай. Улай ғына ла түгел, үҫмерҙәр ауыр юғалтыу кисергән ғаиләнән әле булһа ғәфү үтенмәгән.

Түгелгән күҙ йәштәре, сәскә гөлләмәләре...
Бөгөн Косяковка ауылында йәшәүселәр ғүмере йәшләй өҙөлгән ҡатынды һуңғы  юлға оҙатты. Ауыл осондағы зыяратҡа бик күп кеше йыйылды. Улар араһында скутерҙа ултырған  үҫмерҙәр  һәм уларҙың  яҡындары ғына юҡ ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку