Халыҡ табибы ярҙамға мохтаж

Халыҡ табибы ярҙамға мохтаж 11.01.2018

Тотош Рәсәйгә билдәле биолог, дарыу үләндәре йыйыусы Михаил Гордеев өсөн яңы йыл ауыр башланды. 4 ғинуарҙа Рус Юрмашы ауылында урынлашҡан етештереү цехы янды. Янғын бер йыллыҡ йыйылған дарыу үләндәрен, шифалы үҫемлектәрҙе һәм фармацевтика ҡорамалдарын юҡҡа сығарҙы. Күрелгән зыян күләме ике йөҙ миллион һумдан ашыу.

Йөҙгә яҡын хеҙмәткәр эшһеҙ ҡалды. Етештереү цехы яныуы бер хәл, ә бына меңдәрсә кешеләрҙең дарыуһыҙ ҡалыуы ҙур бәлә, ти Михаил Гордеев. Хәҙер ул үҙе лә шул пациенттарының, халыҡтың ярҙамына мохтаж. Дарыу үләндәре менән дауалаусы төрлө ярҙам ҡабул итергә әҙер. Үҙ сиратында ул төрлө дауалау курстары, шифалы дарыуҙар менән ярҙам итергә вәғәҙә бирә.
Михаил Гордеев, дарыу үләндәре белгесе: «Мин булмышым менән бүләктәр алырға күнекмәгәнмен, киреһенсә, йышыраҡ үҙем бүләк итәм. Шуға күрә һәр  күрһәтелгән ярҙам теркәлеп барасаҡ һәм дауалау, сәләмӘтлекте нығытыу процедуралары рәүешендә кире ҡаЙтарыласаҡ. Халыҡтың изге күңелле булыуына ышанам».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика