Аҙна яңылыҡтары. Халыҡ хәбәрсеһе был аҙнала Ғафури районы Юлыҡ ауылынан 12.03.2017

Тамашасыбыҙ  урам буйлап көпә-көндөҙ ике мышы йүгереп йөрөгәнен кеҫә телефонына төшөргән. Күрәһең, ҡырағай хайуандар ауылға  һунарсыларҙан ҡасып  килеп ингән. Яҙма авторы фекеренсә, береһе яраланған да була.   Шуға ҡарамаҫтан, ҡуш тояҡлылар ауыл эсендә лә яҡлау таба алмаған. Бында ла атыу тауыштары яңғырай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хайуандарҙың артабанғы яҙмышы тураһында хәбәр ителмәй. Шулай ҙа тәбиғәт һаҡсыларына тикшереү өсөн сәбәп бар. Һәр хәлдә, ауыл уртаһында мылтыҡтан атыу үтә лә хәүефле. Кешенең дә ҡорбан булыуы бар был осраҡта. Ә бит тәбиғәт үҙе лә һунарсыларҙы язалай ала. Сираттағы видеояҙмалағы кеүек. Ҡайһы райондалыр ике һунарсы ҡаргиҙәрҙә бүре аулай. Тәүге атыу йыртҡысты яралай, ә икенсеһе бөтөнләй ситкә оса. Ажарланған бүре техникаға ташлана.
Яҙа атҡан һунарсы транспорт сараһынан төшөп тороп йыртҡысты атырға була, ләкин патрондарын ҡуйып өлгөрмәй. Йыртҡыс тешенән уны кире әйләнеп килгән ҡаргиҙәр хужаһы ғына ҡотҡара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика