Халыҡ-ара «Өфө» аэропорты ғәҙәти режимда эшләй

Халыҡ-ара «Өфө» аэропорты ғәҙәти режимда эшләй 21.02.2017

Самолеттар рейсында тотҡарлыҡтар юҡ. Уҙған төн аэропортта ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. «Яңы Уренгой - Өфө сәфәрен башҡарыусы Һарытау һауа юлдары» аваиакомпанияһының ЯК-42 самолеты осош һыҙатынан ситкә сығыу сәбәпле, аэропорт эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатып торорға мәжбүр булды.

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә 50 пассажир һәм 5 экипаж ағзаһы эвакуацияланды, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.  Әле осраҡ буйынса тикшереү бара. Аэропорт ғәҙәти режимда эшләй.
Татьяна Ризван, халыҡ-ара «Өфө» аэропортының йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Һауа судноһын осош һыҙатынан күсергәнсе аэропорт ваҡытлыса ябылды. Биш рейс тотҡарланды. Ике сәғәт тигәндә һауа ҡапҡалары асылды һәм бөтә сәфәрҙәр ҙә үҙ йүнәлештәре буйынса һауаға күтәрелде. Әле ғәҙәти режимда эшләйбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку