Хәйбулла районындағы юл-транспорт фажиғәһендә биш кешенең ғүмере өҙөлдө,  уларҙың икәүһе балалар 28.05.2015

Авария бөгөн көндөҙ Аҡъяр-Орск юлынының Яңы Ергән ауылы эргәһендә теркәлде. Унда «Тойота Камри» менән 15-се модель ВАЗ автомобилдәре бәрелеште. Авария һөҙөмтәһендә сит ил транспортына ут тоҡанды. Уны һүндереүгә  биш ҡотҡарыусы һәм ике берәмек техника йәлеп ителде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл фажиғәһендә йәш ғаилә, уларҙың өс һәм бер йәшлек ҡыҙҙары һәләк булды.  Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика